-2 °С
Ҡар
Үткән тәүлектә Өфөлә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 418 осрағы теркәлгән.
Шул иҫәптән биш водитель эскән килеш тотолған, уларҙың береһенең хатта таныҡлығы булмаған. Юл знактарын һанға һуҡмаған өсөн – 35, йәйәүлеләргә юл бирмәгәнгә – 24, хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмағанға – 56, балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙғанға 29 кеше штрафҡа тарттырылған.