+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
11 Апрель , 09:05

“Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшө тергеҙелә

Кисә Башҡортостан халҡы, барлыҡ мосолман донъяһы Ураҙа байрамын билдәләне.

“Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшө тергеҙелә
“Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшө тергеҙелә

Кисә Башҡортостан халҡы, барлыҡ мосолман донъяһы Ураҙа байрамын билдәләне.

Ислам динен тотоусыларҙы Президент Владимир Путин ҡотланы, төбәк халҡын Республика Башлығы Райдий Хәбиров тәбрикләне. Радий Фәрит улы байрам сараларында ҡатнашты һәм “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшө майҙанында булды, унда эштәрҙе дауам итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Мәсет 2006 йылдан төҙөлә. 2016 йылда эштәр туҡтап ҡалды. 2023 йылдың сентябрендә Башҡортостан Башлығы мәсет төҙөлөшөн яңынан башлау тураһында ҡарар ҡабул итте.  

Әле объектҡа комплекслы тикшереү үткәрелгән. Монолит конструкцияларҙың, инженер селтәрҙәренең торошо ҡәнәғәтләнерлек тип табылған. Дөйөм металл конструкцияларҙы көсәйтеү талап ителә.

Бинаны йөҙләү эштәрен тамамлауҙы 2024 йылдың икенсе кварталында планлаштыралар. Бының өсөн подряд ойошмаһы билдәләнгән. Мәрмәр таштар Грециянан килтерелә. Уның буйынса халыҡ-ара килешеү төҙөлгән.

Эшлекле кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Башлығы барлыҡ төҙөлөш эштәренең “юл картаһы”н төҙөргә, шулай уҡ мәсет эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү буйынса проектты әҙерләргә, уны республика мосолмандары Диниә назараты вәкилдәре, инвесторҙар һәм башҡа ҡыҙыҡһынған яҡтар менән берлектә тикшерергә ҡушты.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, төҙөлөштө финанслау сығанаҡтары асыҡланған. 2024 йылда планлаштырылған эштәрҙе атҡарып сығыуға 700 миллион һумдан 1 миллиардҡа тиклем аҡса талап ителеүе ихтимал.

Автор:
Читайте нас: