+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
11 Апреля 2024, 04:51

“Милләт йәшлеге” премияһы лауреаттары тәбрикләнде

Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 13 тапҡыр Паралимпия чемпионкаһы Рима Баталованың X “Милләт йәшлеге” ижтимағи премияһына лайыҡ булыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.

“Милләт йәшлеге” премияһы лауреаттары тәбрикләнде“Милләт йәшлеге” премияһы лауреаттары тәбрикләнде
“Милләт йәшлеге” премияһы лауреаттары тәбрикләнде

Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 13 тапҡыр Паралимпия чемпионкаһы Рима Баталованың X “Милләт йәшлеге” ижтимағи премияһына лайыҡ булыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Был премия менән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәш спортсылар һәм уларға уңыштарға өлгәшергә ярҙам иткән тренерҙар һәм ата-әсәләр бүләкләнә. Сағыу ваҡиға булараҡ танылған был сара республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә илдә йылдан-йыл ҙурыраҡ абруй яулай.

– 10-сы – юбилей премияһының тап Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылы тип иғлан ителгән йылда тапшырылыуы айырыуса әһәмиәткә эйә. Премияның һәр еңеүсеһе – буласаҡ Паралимпия чемпионы. Ошо мөһим сара Башҡортостандың спорт ҡаҙаныштары һәм Паралимпия чемпиондары төбәге булыуын йәнә бер тапҡыр раҫлай, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы спорт министры Руслан Хәбибов.  

“Милләт йәшлеге” премияһы лауреаттары тип түбәндәгеләр иғлан ителде:

“Чемпион тәрбиәләү” номинацияһында – Миәссәровтар ғаиләһе;

“Йыл асышы” номинацияһында – коляскалағы тенниссы Дарья Сивкова;

 “Паралимпия спортының өмөтө" номинацияһында – Бөтә Рәсәй Паралимпия ярыштары призеры һәм еңеүсеһе Ангелина Дьяченко;

 “Сиге булмаған спорт” номинацияһында – еңел атлеттар Әмирйән Холматов һәм Алһыу Сәғетдинова, дзюдосы Әҙилә Әбсәләмова.

Бынан тыш, премияға йәш спортсылар менән шөғөлләнеүсе педагог-тренерҙар, паралимпия спортын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән компаниялар, республикала паралимпия хәрәкәтен, инвалидтар проблемаларын әүҙем яҡтыртыусы киң мәғлүмәт саралары ла лайыҡ булды.

Фото: “Кызыл таң” гәзите сайтынан.

 

 

Автор:
Читайте нас