+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
11 Апрель 2024, 03:55

Китап – милли мәҙәниәт һағында

Төбәк-ара милли балалар әҙәбиәте көнө айҡанлы Башҡортостанда Сыуаш Республикаһы вәкилдәре килде.

Китап – милли мәҙәниәт һағындаКитап – милли мәҙәниәт һағында
Китап – милли мәҙәниәт һағында

Төбәк-ара милли балалар әҙәбиәте көнө айҡанлы Башҡортостанда Сыуаш Республикаһы вәкилдәре килде.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Сыуаш Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Балалар һәм үҫмерҙәр китапханаһы вәкилдәре һәм Башҡортостандағы коллегалары балаларҙың китап уҡыуына ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Ҡатнашыусылар "Китапхана — мәҙәниәттәр диалогы өсөн асыҡ майҙан" тип аталған һөйләшеү ойошторҙо.

Китапхана халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен һаҡлауҙа ниндәй роль уйнай, сыуаш милли мәҙәни мираҫы менән таныштырыу, хәҙерге сыуаш балалар әҙәбиәтен үҫтереүҙә төп алымдар – һөйләшеүҙә күтәрелгән темалар күп төрлө булды. Осрашыуҙа ҡатнашҡан Бишбүләк үҙәк район китапханаһы етәксеһе Елена Ғәниева Башҡортостанда йәшәгән сыуаш милләте вәкилдәрен хеҙмәтләндереү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Сыуаш Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Республика балалар һәм үҫмерҙәр китапханаһының директоры Татьяна ВАШУРКИНАнан осрашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын үтендем.

Сыуаш республика балалар-үҫмерҙәр китапханаһы белгестәре лә үҙ эштәре тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.

Автор:
Читайте нас