Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө-Арена” спорт комплексы алдындағы майҙанда “Башавтотранс”ҡа Yutong маркалы яңы 30 автобустың асҡысын тапшырҙы.
Улар лизинг ярҙамында 882,7 млн һумға һатып алынған.
“Был - "Башавтотранса" паркын тулылардырырға тағы бер ҙур өлөш. Автобустар халыҡ ихтыяжына хеҙмәт итер, тип ышанам. Улар Башҡортостан буйлап, Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренә, шулай уҡ көньяҡҡа ла йөрөйәсәк. Уңайлыҡтарын пассажирҙар тейешенсә баһалар, тип уйлайым”, – тине Радий Хәбиров.
Автобустар 53 кешегә иҫәпләнгән. Уңайлы пассажирҙар креслоһы, ҙур багаж урыны, спутник навигацияһы, кондиционеры, һыуытҡысы бар.
Олег Яровиков фотоһы.