+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Апреля 2024, 07:58

Мәшғүллек үҙәктәре яңыртыла

Республикабыҙҙа “Демография” милли проектының модернизациялау программаһы сиктәрендә йыл аҙағына тиклем бөтә муниципалитеттарҙа ла мәшғүллек үҙәктәрен яңыртасаҡтар.

Мәшғүллек үҙәктәре яңыртылаМәшғүллек үҙәктәре яңыртыла
Мәшғүллек үҙәктәре яңыртыла

Республикабыҙҙа “Демография” милли проектының модернизациялау программаһы сиктәрендә йыл аҙағына тиклем бөтә муниципалитеттарҙа ла мәшғүллек үҙәктәрен яңыртасаҡтар. Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Ян Талбацкий ремонт эштәре барышы менән танышты.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров проекттың республика өсөн бик мөһим булыуын әйтеп үтте.

Ул барлыҡ мәшғүллек үҙәктәрен комплекслы яңыртыуға сығымдар 760 миллион һумға яҡын тәшкил итәсәген, шул иҫәптән 426 миллион һумдан ашыуының федераль бюджеттан йүнәлтелеүен билдәләне. Был – проектта ҡатнашыусы субъекттар араһында иң ҙур сумма. Бүленгән аҡсалар мәшғүллек үҙәктәре биналарын ремонтлауға, шулай уҡ уларҙы йыһазландырыуға тотоноласаҡ.

Ян Талбацкий әйтеүенсә, Башҡортостан 2019 йылдан алып модернизация буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:
Читайте нас