+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
9 Апрель 2024, 04:00

Фатир алып ҡыуанғандар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән “Төҙөлөш сәғәте”ндә, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып, фатир алырға аҡса индергән кешеләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса  “юл картаһын” тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды.

Фатир алып ҡыуанғандарФатир алып ҡыуанғандар
Фатир алып ҡыуанғандар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән “Төҙөлөш сәғәте”ндә, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып, фатир алырға аҡса индергән  кешеләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса  “юл картаһын” тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды.

Республикала юридик һәм иҡтисади саралар комплексын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 2017 йылдан 14866 кешенең хоҡуғы тергеҙелде, тип белдерҙе  төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Өлөшсөләрҙең бер өлөшө төҙөлөп бөтмәгән торлаҡ өсөн компенсация алған. 2024 йылдың апреленә ҡарата төбәктә оҙаҡ төҙөлгән бер нисә йорт файҙаланыуға тапшырыла.

Автор:
Читайте нас