Башҡортостанда йәшәүселәрҙе һәм башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» халыҡ-ара мәғариф акцияһында ҡатнашырға саҡыралар. Быйыл акция 27-29 апрелдә үткәрелә. БСТ телеканалында тура трансляция 27 апрелдә сәғәт 11-ҙә башлана.
Акцияны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 2024 йылда текстарҙың тематикаһы патриотизмға, йәштәргә, ғаилә ҡиммәттәренә һәм йолаларына арналған. Диктант яҙыу түбәндәге кимәлдәрҙә ҡаралған:
Акцияның девизы: «Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы». Акция Башҡортостан Башлығы бойороғона ярашлы йыл һайын апрелдең дүртенсе шәмбеһендә үткәрелә.
Киң йәмәғәтселекте йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, башҡорт телен үҫтереү һәм популярлаштырыу өсөн белем биреү ойошмаларында, юғары уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятиеларында, йәмәғәт ойошмалары офистарында 27-29 апрелдә офлайн-майҙансыҡтар ойошторола.
Рәсми сайтта офлайн-майҙансыҡтар тураһында мәғлүмәт, шулай уҡ тура эфирҙы ҡарау өсөн һылтанма бирелә. Сараларҙы #башҡорттелендәдиктант, #башдиктант2024, #диктантпобашкирскомуязыку, #башҡортсадиктантяҙам хештегтары менән социаль селтәрҙә яҡтыртырға мөмкин.
Сығанаҡ: «Башинформ».