+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Апрель 2024, 03:40

“Йыл экспортеры” конкурсында ҡатнаш!

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәре булған ойошмалар “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша ала.

“Йыл экспортеры” конкурсында ҡатнаш!“Йыл экспортеры” конкурсында ҡатнаш!
“Йыл экспортеры” конкурсында ҡатнаш!

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәре булған ойошмалар “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша ала.

Әле ғаризалар ҡабул итеү бара. Уны 30 июнгә тиклем бирергә мөмкин.

Йыл һайын үткән сараны ойоштороусы булып Рәсәй экспорт үҙәге тора. Конкурста 20 номинация буйынса ҡатнашырға мөмкин. Түләү талап ителмәй. Ғаризаны ҙур компаниялар, бәләкәй һәм урта предприятиелар, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар бирә ала. Ҡатнашыусыларға үҙҙәренең уңышлы тәжрибәһе тураһында һөйләргә кәрәк.

Бүләкләү тантанаһы октябрҙә “Рәсәйҙә эшләнгән” халыҡ-ара экспорт форумы сиктәрендә була.

 

Автор:
Читайте нас