+30 °С
Болотло
Республикала йылғалар таша. “Системы-112” махсус хеҙмәте үткән тәүлектә һыу баҫыу тураһында 38 хәбәр теркәгән.
Ташҡын башланған осорҙан алып, йәмғеһе 840 мәрәжәғәт булған. Бөгөн, 8 апрелгә ҡарата таңда, Дуҫлыҡ монументы тапҡырында Ағиҙел 129 сантиметрға күтәрелгән. Дөйөм алғанда, әле йылғаның кимәле 398 сантимерға юғарыраҡ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенең даими контроленә 20 районда һәм ҡалала һыу баҫыуҙың 46 осрағы алынған. Барлығы 21 автомобиль юлы өҙөлгән, 13 күперҙе, 3 йортто, 138 йорт ихатаһын, 1254 баҡса участкаһын һәм 115 баҡса өйөн һыу баҫҡан.