+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Апрель 2024, 06:12

Яңы эш аҙнаһы ямғырлы була

Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы ямғырлы була, тип фаразлай синоптиктар.

Яңы эш аҙнаһы ямғырлы булаЯңы эш аҙнаһы ямғырлы була
Яңы эш аҙнаһы ямғырлы була

Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы ямғырлы була, тип фаразлай синоптиктар.

Бөгөн, 8 апрелдә, республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы +5, +10°.

Шишәмбе, 9 апрелдә, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, +6°, көндөҙ +8, +13°.

Шаршамбы, 10 апрелдә, ямғыр яуыуы мөмкин, төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +6, +11°.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас