+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Апрель 2024, 03:55

Экология өлкәһендә мөһим ҡарарҙар көтөлә

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов белдереүенсә, республикала тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған 3516 объект бар, шуларҙың 100-ҙән ашыуы – беренсе категориялы объекттар.

Экология өлкәһендә мөһим ҡарарҙар көтөләЭкология өлкәһендә мөһим ҡарарҙар көтөлә
Экология өлкәһендә мөһим ҡарарҙар көтөлә

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов белдереүенсә, республикала тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған 3516 объект бар, шуларҙың 100-ҙән ашыуы – беренсе категориялы объекттар.

2024 йылдың аҙағына тиклем ошо ойошмалар комплекслы экологик рөхсәт алырға тейеш. Комплекслы экологик рөхсәт – Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тарафынан тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған объектта хужалыҡ һәм башҡа эшмәкәрлек алып барған юридик берәмеккә йәки шәхси эшҡыуарға бирелә торған һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптарҙы үҙ эсенә алған документ. Уға әлегә һигеҙ предприятие ғына эйә.

2023 йылда тирә-йүнгә кире йоғонто өсөн 243 миллион һум аҡса йыйылған, был 2022 йыл менән сағыштырғанда 26%  күберәк. Был аҡса республика бюджетына килә һәм тәбиғәтте һаҡлау сараларына йүнәлтелә.

Үткән йомала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров идаралыҡ эше менән танышты. «Бында берҙәм коллектив эшләй, беҙ Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең идаралығы менән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. 2024 һәм 2025 йылдар экология мәсьәләләре йәһәтенән һынылышлы буласаҡ», - тип белдерҙе республика етәксеһе эш сәфәре барышында, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Олег Яровиков фотоһы. 

Автор:
Читайте нас