Башҡортостан Белгород өлкәһенән 500 баланы ҡабул итәсәк. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.
– Мин Белгород өлкәһе губернаторы менән һөйләштем. Беҙгә балаларҙы һыйындырыуҙы һорап мөрәжәғәт иттеләр. Белеп тораһығыҙ, унда хәл бик ҡатмарлы, шуға күрә Белгородтан 500 баланы үҙебеҙҙә ҡабул итәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Ул ошо эш менән шөғөлләнергә тейешле муниципалитеттарҙы әйтте. Улар – Илеш районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға был мәсьәләне муниципалитет башлыҡтары менән ентекләп өйрәнеү бурысы йөкмәтелде.
– Мин район башлыҡтарын шәхсән ҡатнашырға саҡырам. Балалар былай ҙа арып-талып килә, унда көн һайын туптар гөрһөлдәй, кешеләр һәләк була, – тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме – йәшәү, туҡланыу, уҡыу процесы, кәрәк икән, өҫтәмә белем биреү. Ғөмүмән, балалар был уларҙың икенсе өйө икәнен тойорға тейеш.
Сығанаҡ: “Башинформ”.