+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Апрель 2024, 07:17

10 апрелдә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

10 апрелдә мосолмандар изге Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләй. Башҡортостан халҡын был аҙнала Ураҙа байрамы уңайынан өҫтәмә ял көнө көтә.

10 апрелдә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә10 апрелдә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә
10 апрелдә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

10 апрелдә мосолмандар изге Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләй. Башҡортостан халҡын был аҙнала Ураҙа байрамы уңайынан өҫтәмә ял көнө көтә.

Рәсәйҙәрҙең яратҡан май байрамдарына ла оҙаҡ ҡалманы. Рәсәй хөкүмәте раҫлаған производство календарына ярашлы, 1 Май уңайынан 28 апрелдән 1 майға тиклем һәм Еңеү көнө айҡанлы 9-12 майҙа ял итәбеҙ. 27 апрелдәге ял көнө 29-ына күсерелә. Шулай итеп, апрелдең һуңғы аҙнаһында алты көн эшләйбеҙ.

Быйыл республикала йәшәүселәрҙе тағы ла Рәсәй көнө (12 июнь), Ҡорбан байрамы (16 июнь йәкшәмбегә тура килгәс, 17 июндә ял итәбеҙ), Халыҡтар берҙәмлеге көнө (3-4 ноябрь) уңайынан байрам көндәре көтә.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас