+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Апреля 2024, 13:47

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең финалы бара

3 – 6 апрелдә конкурстың һуңғы этабы үтә.

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең финалы бараБашҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең финалы бара
Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең финалы бара

3 – 6 апрелдә конкурстың һуңғы этабы үтә.

 

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау; ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау; мәҙәниәт; торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ; мәғариф һәм фән министрлыҡтары вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм башҡарма комитеты ағзалары ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһалай. “Айыҡ ауыл” исеменә республиканың 52 ауылы дәғүә итә.

“Айыҡ ауыл” бәйгеһе республикала 2011 йылдан бирле үткәрелә. 2019 йылда ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән тергеҙелә. Еңеүселәр иҫәбендә 39 ауыл иҫәпләнә.

2023 йылда конкурстың муниципаль этабына 52 муниципаль берәмектән 1070 ғариза тапшырылған. Ул сентябрь – ноябрь айҙарында үткәрелә. Тәүге этапта еңеүселәр 2023 йылдың 1 декабренән алып 2024 йылдың 10 мартына тиклем айыҡ, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән саралар үткәрә.

Һөҙөмтәләр буйынса һәр номинацияла өсәр еңеүсе билдәләнә.

Номинациялар буйынса еңеүселәргә: “Эре тораҡ пункттар”ға – 6, “Ҙур тораҡ пункттар”ға – 5, “Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар”ға – 4, “Бәләкәй тораҡ пункттар”ға 3 миллион һум приз тапшырыла. Шулай уҡ Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса быйылдан башлап финалсыларға (еңеүселәрҙән тыш) 200 мең һум күләмендә премия бирелә. Ул ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә тәғәйенләнә. Шулай итеп, конкурстың бүләк фонды 2024 йылдан алып 50 миллион һумға тиклем еткерелә.

«Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы Гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Төрлө йылдарҙа грант сиктәрендә 2019 – 2021 йылдарҙағы “Айыҡ ауыл” бәйгеһе һөҙөмтәләре буйынса Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы, “Айыҡ ауыл: гражданлыҡ башланғыстары һәм социаль практикалар” төбәк-ара семинар-кәңәшмәһе, уның эшендә артабан файҙаланыу өсөн ауыл халҡы араһында һорау алыу үткәрелә, конференция йомғаҡтары буйынса мәҡәләләр йыйынтығы әҙерләнә, шулай уҡ конкурсты ойоштороуҙа, үткәреүҙә, документтар туплауҙа осраған хаталарҙы иҫәпкә алып, методик кәңәштәр әҙерләнә, уҡыусылар өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше формалаштырыу буйынса кәңәштәр менән брошюра сығарыла.

Фото Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең финалы бара
Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең финалы бара
Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең финалы бара
Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең финалы бара
Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең финалы бара
Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең финалы бара
Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең финалы бара
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас