+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
5 Апрель 2024, 03:30

Ураҙа байрамы – Өфөлә

10 апрелдә мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй.

Ураҙа байрамы – ӨфөләУраҙа байрамы – Өфөлә
Ураҙа байрамы – Өфөлә

10 апрелдә мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала байрам иртәнге сәғәт 8-ҙән 23 мәсеттә ғибәҙәт ҡылыуҙан башлана. Диндарҙар йәмәғәт намаҙын уҡый һәм вәғәздәр тыңлай. Тура трансляцияны БСТ телеканалында ҡарарға мөмкин.

Шулай уҡ «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәге алдындағы майҙанда иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 3-кә тиклем сара ойошторола. Программала: концерт, хәләл йәрминкә, балалар анимацияһы, былау менән һыйлау.

Инеү ирекле.

Автор:
Читайте нас