Фестивалдең ойоштороусылары: Башҡортостан хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры. Ҡатнашыусылары: Татарстан, Сыуашстан, Абхазия, Тыва, Төнъяҡ Осетия, Дағстан, Ҡаҙағстан, Хакасия, Ҡалмыҡстан театрҙары.
Көнөнә ике тамаша күрһәтеү планлаштырылған,улар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында һәм “Нур” татар театрында күрһәтелә.
Фестивалдә бөтәһе һигеҙ номинация: “Иң яҡшы режиссер эше”, “Иң яҡшы сценография”, “Иң яҡшы ир-егет роле”, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”, “Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле”, “Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”, “Иң яҡшы хореография эше”, “Тамашасылар һөйөүе” призы.