Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республика Хөкүмәтенең 2023 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында отчетын тыңланы.
Төп доклад менән Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров сығыш яһаны.
Уның докладынан күренеүенсә, һуңғы биш йылда республика бюджеты 100 млрд һумға артҡан. Дөйөм сумманың 70 проценты социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә.
Юл системаһы үҫешенә биш йыл эсендә 153 миллиард һум аҡса һалынған. Эш күләме үҫеше темпы йыл һайын 20 процентҡа артҡан.
“Ағиҙел йылғаһы аша уникаль күпер эшләнде, Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендә юл үткәргесе ҡабаттан эшләнде. Быйыл реконструкциянан һуң Ағиҙел аша тарихи Арка күпере буйынса, Пугачев һәм Генерал Рыленко урамдарында хәрәкәт асыла. Көнсығыш сығыу юлы эшләй башланы”, - тине Андрей Назаров.
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр үҫешә. Тауар әйләнеше бигерәк тә Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай менән йылдам арта. Улар менән сауҙа күләме биш йыл эсендә 43 процентҡа үҫкән.
2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан 100-ҙән ашыу сит ил дәүләттәре менән бәйләнеш булдырған.