Башҡортостанда ғаиләләргә ярҙам итеү, һаулыҡты һаҡлау һәм үҙеңдең эске мөмкинлектәреңде тормошҡа ашырыу өсөн төрлө шарттар булдырылырға тейеш. Ғаилә сәйәсәте, ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре төп урынды биләй. Бында: «Башҡортостанда балалар һау-сәләмәт һәм бәхетле!» – тигән принциптан сығып эш итәбеҙ. Шулай тип белдерҙе республика премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа төбәк хөкүмәтенең йыллыҡ отчеты менән сығыш яһағанда.
– Күп балалыҡ йүнәлешен һаҡлау һәм үҫтереү биш йыллыҡ эшебеҙҙең төп һөҙөмтәһе булды. Ил президенты үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгәнсә, «ишле ғаилә йәмғиәттә нормаға, тормош философияһына әүерелергә, дәүләт стратегияһының йүнәлеше булырға тейеш». Бөгөн республикала 59 меңдән ашыу күп балалы ғаилә бар. Волга буйында был – беренсе, ә илдә 7-се урын. Маҡсатлы йүнәлеш – ошондай ғаиләләрҙең һанын 10 процентҡа арттырыу, – тине премьер-министр.
Башҡортостанда тыуым кимәле ил буйынса уртаса күрһәткестәргә тулыһынса тап килә – 1000 кешегә 8,7 бала. Сабыйҙар үлеме күрһәткесе ике тапҡырға кәмегән.
Андрей Назаров Рәсәй президенты иғлан иткән Ғаилә йылында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн уңайлы, хәүефһеҙ, дуҫтарса мөхит булдырыуға етди иғтибар бирелеүен билдәләне.
Сығанаҡ: «Башинформ».