+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Апрель 2024, 03:55

Талпандан һаҡ булығыҙ

Көндәр йылытыу менән талпандар ҙа уянды.

Талпандан һаҡ булығыҙТалпандан һаҡ булығыҙ
Талпандан һаҡ булығыҙ

Көндәр йылытыу менән талпандар ҙа уянды.

Был ҡан эскес бөжәктең ҙур бәләгә, хатта ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыуға килтереү ихтималлығын оноторға ярамай. Республиканың Роспотребнадзор идаралығынан белдереүҙәренсә, Башҡортостанда талпан энцефалитынан прививка яһау кампанияһы башлана.

Вакцинация - талпан энцефалитын яҡшы иҫкәртеү сараһы. Роспотребнадзор талпан энцефалитына ҡаршы прививка ҡуйҙырырға һәм өс йылға бер тапҡыр ҡабаттан вакцина яһатырға тәҡдим итә. Ашығыс иммунизация схемаһы: вакцина бер ай арауыҡ менән ике тапҡыр яһала. Талпан энцефалиты таралған урынға барыр алдынан 2 аҙна элек прививка эшләтергә кәрәк. Бер йылдан һуң вакцинацияны ҡабатларға. Препараттың киләһе дозаһы өс йылдан һуң индерелә.

Шулай уҡ талпандан һаҡланыу сараларын да инҡар итергә ярамай.

Тәбиғәткә сыҡҡанда асыҡ төҫтәге кейем һайлау, еңдәрендә манжеттары булған спорт костюмы, салбар балаҡтарын ойоҡҡа ҡыҫтырып кейеү кәрәк. Шулай уҡ футболка йәки күлдәкте лә салбарға ҡыҫтырып ҡуйығыҙ. Башҡа яулыҡ бәйләп йә башлыҡ кейеп йөрөгөҙ.

Талпандарҙы ҡурҡыта торған махсус саралар ҡулланыу ҙа файҙаға булыр.

Автор:
Читайте нас