Республикала Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биргән 2,5 миллиондан ашыу кеше «Рәхмәт-2024» акцияһында ҡатнашҡан.
Башҡортостанда барлығы 400-гә яҡын кеше телевизор, электросамокат, кофемашина, телефон, яндекс-станция, робот-саң һурҙырғыс һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр отоп ҡыуанды.Ә Саҡмағош районынан күп балалы Латиповтар ғаиләһе акцияның абсолют еңеүсеһе һәм Өфөләге бер бүлмәле фатир хужаһы тип танылды. Айгөл менән Илдар өс ул тәрбиәләй.
Икенсе суперприздың, «Нива» автомобиленең, бәхетле хужаһы Бөрөлә йәшәй. Ул - Руслан Ковригин.
«Рәхмәт-2024» акцияһынан икенсе «Нива» ла үҙенең хужаһын тапты. Машина асҡысы Благовещендан хаҡлы ялдағы ханым Әлфиә Антипинаға тапшырылды.
Салауаттан Ксения Ғималетдинова Сочиға юллама отто. Ишембай районынан Федот Васильев иһә Башҡортостан шифаханаларының береһенә юллама алып һөйөндө.