Башҡортостан Күп функциялы үҙәгенең “Бәйләнештә” сайтындағы рәсми төркөмөндә был өлкәгә ҡағылышлы алты власть органы һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр өсөн тура эфир үтә.
Эфирҙа һүҙ бизнесты яҡлау буйынса әлеге ваҡытта ғәмәлдә булған дәүләт ярҙамы саралары тураһында барасаҡ.
Республиканың Күп фунциялы үҙәге директоры Наталья Куприянов белдереүенсә, Үҙәктең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмөндә эшҡыуарҙар өсөн көнүҙәк темаларға тура эфирҙар даими ойошторола. Онлайн-һөйләшеүҙәр республиканың төрлө райондарынан ошо өлкәгә ҡағылышлы кешеләрҙе күберәк йәлеп итеү мөмкинлеген бирә.
Тура эфир барышында эшҡыуарҙарға дәүләт һәм муниципаль ярҙам, МФЦ-ы ойошторған хеҙмәттәр менән танышыу мөмкинлеге була. Сарала БР Күп фунциялы үҙәге, Росреестр идаралығы, Үҫеш корпорацияһы хеҙмәткәрҙәре, Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил һәм төбәктә эшлекле әүҙемлек өсөн яуаплы тармаҡтар белгестәре ҡатнаша.
Тура эфир 5 апрелдә 11.00 сәғәттә башлана.