Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында Хөкүмәттең 2023 йылдағы эше тураһында доклад менән сығыш яһаны. Ул ғаиләне, әсәлекте, балалыҡты яҡлау мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бирҙе.
Премьер-министр илебеҙҙә Президент ҡушыуы буйынса ғаиләгә ярҙам итеүҙең тотош системаһы үҫтерелеүен билдәләне. Был ярҙам ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөк осоронан, сабый тыуған мәлдән алып баланың үҫеүенең бөтә этаптарын (17 йәшкәсә) күҙ уңында тота.
Михаил Мишустин 2023 йылдың ғинуарынан, конкрет ғаиләнең хәленән сығып, ай һайын берҙәм пособие түләнеүен әйтеп үтте. Ул 11 миллионға яҡын балаға һәм яҡынса 400 мең буласаҡ әсәгә тәғәйенләнгән.
Ата-әсәләргә баланы 1,5 йәшкә тиклем ҡарау буйынса түләнгән айлыҡ пособие күләме быйыл яртылашҡа тиерлек артты. Шул иҫәптән страховка взностарына берҙәм тариф билдәләү һөҙөмтәһендә. Ошо һөҙөмтәлә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның иң ҙур күләме лә артты – 383 мең һумдан 565 мең һумға етте.
Элеккесә әсәлек капиталы программаһы ғәмәлдә. Беренсе бала өсөн уның суммаһы 630 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Икенсе балаға – 830 мең һум. Әсәлек капиталын бигерәк тә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн файҙаланалар.
Премьер-министр дәүләт ярҙамын алыуҙы ябайлаштырыуға, тиҙерәк, уңайлыраҡ итеүгә иғтибар йүнәлтелеүен, илдә “Социаль ҡаҙнасылыҡ” механизмдарын индереү дауам ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Федераль социаль ярҙамдың 42 төрө шул форматҡа күсерелгән дә инде. “23 миллионлап кеше уларҙан бер мәшәҡәтһеҙ файҙалана ала”, – тине Михаил Мишустин.
Фото Рәсәй Хөкүмәте сайтынан.