-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
3 Апрель , 09:05

Ҡыҙыл утҡа туҡтамаған

Бөгөн иртәнсәк Өфөнөң Октябрҙең 50 йыллығы урамында үлемесле авария теркәлде.

Ҡыҙыл утҡа туҡтамаған
Ҡыҙыл утҡа туҡтамаған

Бөгөн иртәнсәк Өфөнөң Октябрҙең 50 йыллығы урамында үлемесле авария теркәлде.

ЮХХДИ хеҙмәтенең мәғлүмәттәре буйынса, Октябрҙең 50 йыллығы урамы буйлап ҙур тиҙлектә хәрәкәт иткән «ВАЗ-2114» водителе, Мингажев урамы киҫелешен светофорҙың ҡыҙыл утына ҡарамай, үтеп китергә маташа һәм Volkswagen Polo машинаһы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә «ВАЗ-2114» тимер ҡоймаға һуғыла һәм ағасҡа барып төкөй.

Аварияла ВАЗ водителе урында йән бирә, ә пассажиры килеп еткән табиптар ҡулында үлә. Volkswagen водителенә ярҙам талап ителә.

Әле юл хәүефһеҙлеге хеҙмәте белгестәре үлемесле юл-траспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.

Автор:
Читайте нас: