Синоптиктар фаразлауынса, шаршамбы, 3 апрелдә, республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +9, +14°.
Кесаҙна, 4 апрелдә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Төндә 0, +5, көндөҙ +9, +14 градус йылы була.
Йома, 5 апрелдә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +1, +6°, көндөҙ +9, +14°.
Бынан алдараҡ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 3 апрелдә иртән ҡуйы томан хаҡында иҫкәрткәйне.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-03/v-bashkirii-potepleet-do-14-gradusov-3711759