+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
3 Апрель , 08:35

Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға инеү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

2024 йылдың 1 майынан маҡсатлы йүнәлтмә менән юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү өсөн яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә индерелә.

Хәҙер бер генә юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, бер генә заказсыны һайларға мөмкин. Белгесте уҡытыу тураһында килешеүҙе заказсы, абитуриент һәм университет араһында төҙөй. Уҡыу йорто йылына ике тапҡыр заказсыға студенттың өлгәшеүе тураһында мәғлүмәт тапшырырға бурыслы.

Уҡыуҙы тамамлағандан һуң компанияла йәки ойошмала 5 йыл эшләү мотлаҡ (кәмендә 3 йыл).

Рәсәй буйынса маҡсатлы уҡытыу өсөн быйыл вуздарҙа 145 мең урын бүленә. Был үткән йылға ҡарағанда 6 процентҡа күберәк.

Автор:
Читайте нас: