+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
3 Апрель , 13:29

«Айыҡ ауыл» конкурсында кемдәр еңер?

Бөгөн, 3 апрелдә, «Айыҡ ауыл-2023» конкурсының йомғаҡлау өлөшө – төрлө райондарҙан ҡатнашыусыларҙың презентацияларын асыҡ яҡлауы башланды.

«Айыҡ ауыл» конкурсында кемдәр еңер?
«Айыҡ ауыл» конкурсында кемдәр еңер?

Бөгөн, 3 апрелдә, «Айыҡ ауыл-2023» конкурсының йомғаҡлау өлөшө – төрлө райондарҙан ҡатнашыусыларҙың презентацияларын асыҡ яҡлауы башланды. Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итәләр.

Дүрт көн дауамында, 6 апрелгә тиклем, профилле министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәренән торған эксперт комиссияһы бәйгеселәрҙең проекттарын баһалаясаҡ. Улар – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Транспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары муниципаль район хакимиәттәре тәҡдим иткән заявкалар, видеороликтар менән танышасаҡ.

«Айыҡ ауыл» исеменә 52 ауыл дәғүә итә – һәр райондан берешәр. Презентацияларҙы яҡлауҙа урындағы әүҙемселәр, хакимиәт вәкилдәре ҡатнаша.

Бөгөн «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында ҡатнашыусы 14 ауыл вәкилдәре үҙ проекттарын яҡлай.

Сығанаҡ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһе .

«Айыҡ ауыл» конкурсында кемдәр еңер?
«Айыҡ ауыл» конкурсында кемдәр еңер?
«Айыҡ ауыл» конкурсында кемдәр еңер?
«Айыҡ ауыл» конкурсында кемдәр еңер?
Автор:
Читайте нас: