-9 °С
Болотло
Үткән тәүлектә Башҡортостан буйынса йорт яны ихатаһын һыу баҫыу тураһында 40 мөрәжәғәт булды, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Республика дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Яҙғы ташҡын осоро башланғандан бирле 351 шундай хәбәр алынған. Баймаҡ, Хәйбулла, Миәкә, Кушнарен, Шишмә һәм Туймазы райондарында юлдарға һәм күперҙәргә һыу сыҡҡан.
Бөгөн 19 сәғәттә тура эфирҙаБСТ телеканалында, Республика менән идара итеү үҙәгенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә тура эфирҙа яҙғы ташҡынға бәйле һорауҙарға Башҡортостандың профиль министрлығы һәм ведомство вәкилдәре яуап бирә.