+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Апрель , 08:55

Ҡотҡарыу эштәре туҡтатылған

Амур өлкәһендәге ”Пионер” руднигы етәкселеге, шахтаның ҡабаттан емерелеү хәүефенә бәйле, 1 апрелдә ер аҫтында ҡалған эшселәрҙе эҙләү операцияһын туҡтатыу тураһында хәбәр итте.

Ҡотҡарыу эштәре туҡтатылған
Ҡотҡарыу эштәре туҡтатылған

Амур өлкәһендәге ”Пионер” руднигы етәкселеге, шахтаның ҡабаттан емерелеү хәүефенә бәйле, 1 апрелдә ер аҫтында ҡалған эшселәрҙе эҙләү операцияһын туҡтатыу тураһында хәбәр итте.

18 мартта рудниктың ер аҫты эштәре участкаһында тау тоҡомдары ишелеп төшөүе хаҡында билдәле булды. Бәләгә тарыған 13 тау эшсеһен ике аҙна эҙләнеләр.  Шахтерҙарҙың дүртәүһе — Сибайҙан, береһе — Учалынан, 31-48 йәшлек ир-егеттәр. Барыһы ла машинист булып эшләгән.

Хәлде аныҡлау маҡсатында ҡаҙылған скважиналар шахта һыу, балсыҡ һәм боҙ менән тулы булыуын күрһәткән.

"Пионер" руднигында ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнашҡан һәр кешегә рәхмәт. Белгестәр ҡулынан килгәнен барыһын да эшләне, тип ышанам. Бөгөн эксперттар ҡотҡарыу эштәрен тамамларға ҡарар итте", - тип яҙа Амур өлкәһенең губернаторы Василий Орлов үҙенең телеграм-каналында. 

Һәләк булғандарҙың ғаиләләре бер йыллыҡ эш хаҡы кимәлендә, ә балалары 18 йәшкә тиклем түләүҙәр аласаҡ.

«Пионер» руднигының идара итеүсе директоры ҡулға алынған.

Автор:
Читайте нас: