+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Апрель , 09:40

Гранд аша – маҡсатыңа!

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығында (Росмолодежь) “Росмолодежь. Гранттар” конкурсына теркәлеү бара.

Гранд аша – маҡсатыңа!
Гранд аша – маҡсатыңа!

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығында (Росмолодежь) “Росмолодежь. Гранттар” конкурсына теркәлеү бара.

Конкурста 14-35 йәшлек Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Ғаризалар 2024 йылдың 30 апреленә тиклем ҡабул ителә.

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров белдереүенсә, һуңғы өс йылда Башҡортостан йәштәре үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға 150 миллион һумдан ашыу аҡса алған.  

“Рәсәй йәштәре” федераль дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына https://grants.myrosmol.ru/  һылтанмаһы аша 18 ярҙам йүнәлешенең береһе буйынса ғариза биреп була. Эксперт баһаһы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы проекттарға бер миллион һумға тиклем грант ярҙамы бирелә.

Конкурстың тулы ҡағиҙәләре менән Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың рәсми сайтында һәм “Рәсәй йәштәре”ндә танышырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас: