+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Апрель , 08:44

Белорет районында төшөрөлгән фильмда төп ролдә Марина Александрова уйнай

Белорет районында режиссер Сергей Пикаловтың «Нуль нөктәһе. Эпиүҙәк» күп сериялы нәфис фильмы төшөрөлдө. Фильмда төп ролде Марина Александрова башҡара. Был хаҡта Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итә.

Фильмдың сюжеты буйынса тәжрибәле вирусолог Мәскәүҙәге тормошон ташлап, Новосибирскиҙағы ғилми-тикшеренеү үҙәгенә эшкә күсә. Төпкөлдәге ауылда ул миллионлы ҡалаға таралыу ҡурҡынысы янаған билдәһеҙ сир сығанағын таба.

Сериалдың премьераһы 4 апрелдә ИВИ платформаһында, һуңынан НТВ телеканалында күрһәтелә.

«Картинаның төп эпизодтарын былтыр йәй Отнурок, Ишле ауылдарында һәм Морат тау саңғыһы үҙәге янындараҡ шәхси ҡунаҡханала төшөрҙөләр, – тип билдәләне район башлығы. – Күмәк сәхнәләрҙә Белорет ҡалаһы һәм районы халҡы ла ҡатнашты, шулай уҡ ижади төркөмгә реквизиттар, транспорт менән ярҙам күрһәтте. Һоҡланғыс тәбиғәтле районыбыҙҙың кинематографистарҙы йәлеп итеүе тәү тапҡыр түгел».

Белорет районында режиссер Ольга Субботинаның «Счастье не за горами» сериалы, режиссер Александр Галибиндың «Һеңлекәш» фильмы, бынан тыш, «Пропавшая экспедиция» һәм легендар «Вечный зов» тигән совет фильмдары төшөрөлөүен билдәләп үтәбеҙ.

Фото: скриншот.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: