+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Апрель , 16:28

Башҡортостанды йәнә ҡуйы томан ҡаплай

Башҡортостанда йәнә хәүефле метеорологик күренештәр фаразлана. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 3 апрелдә төндә һәм иртән урыны менән томан төшөүе көтөлә.

Башҡортостанды йәнә ҡуйы томан ҡаплай
Башҡортостанды йәнә ҡуйы томан ҡаплай

Башҡортостанда йәнә хәүефле метеорологик күренештәр фаразлана. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 3 апрелдә төндә һәм иртән урыны менән томан төшөүе көтөлә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк.

Иртәгә көн аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Ел көньяҡтан, тиҙлеге секундына 1-6 метр, көндөҙ урыны менән секундына 14 метрға тиклем етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +9, +14°.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: