+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Апрель , 16:35

«Башҡортостандың фехтование үҙәге» быйыл көҙ үҙ ишектәрен аса

Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, әле фехтование үҙәге яртылаш әҙер, төҙөлөш сентябрҙә тамамланырға тейеш.

«Башҡортостандың фехтование үҙәге» быйыл көҙ үҙ ишектәрен аса
«Башҡортостандың фехтование үҙәге» быйыл көҙ үҙ ишектәрен аса

Башҡортостандың фехтование үҙәге Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан сафҡа индерелгән өс ҙур спорт объектының береһе булмаҡсы. Республика Башлығы Радий Хәбиров йәнә ошо хаҡта иҫкә төшөрҙө. Бынан тыш, заманса спорт объектын быйыл көҙ баш ҡалабыҙҙа «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара форумы ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, әле фехтование үҙәге яртылаш әҙер, төҙөлөш сентябрҙә тамамланырға тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Фехтование үҙәге Өфөнөң Затон биҫтәһендә, Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге эргәһендә төҙөлә. Проект Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы президенты, ике тапҡыр олимпия чемпионы Ильгар Мамедов ярҙамында республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә бойомға ашырыла.

«Башҡортостанда фехтование мәктәбе бик көслө, тәрбиәләнеүселәребеҙ араһында Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары бар. Ә хәҙер иң көслө спортсыларыбыҙ һәм буласаҡ йондоҙҙарыбыҙ заманса шарттарҙа шөғөлләнә аласаҡ. Яңы Фехтование үҙәгендә республика, төбәк-ара һәм ил кимәлендәге ярыштар ойошторорбоҙ», — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-04-02/radiy-habirov-tsentr-fehtovaniya-bashkirii-budet-gotov-k-sentyabryu-2024-goda-3710429

Автор:
Читайте нас: