+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
1 Апрель , 09:15

Юғалған малайҙар әле лә табылмаған

30 мартта юғалған 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов менән 13 йәшлек Павел Паличев әле лә табылмаған.

Юғалған малайҙар әле лә табылмаған
Юғалған малайҙар әле лә табылмаған

30 мартта юғалған 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов менән 13 йәшлек Павел Паличев әле лә табылмаған.

Улар, Шәфиев урамындағы "Чайка" балалар һауыҡтырыу лагеры янына барабыҙ, тип әйтә өйҙәгеләренә. 16:00 сәғәт тирәһендә  бәйләнешкә сыҡмай башлайҙар.

Малайҙарҙы тәүҙә туғандары үҙҙәре эҙләп ҡарай, һөҙөмтә булмағас, полицияға һәм “Башрегионспас” эҙләү отрядына мөрәжәғәт итәләр. Ирекмәндәрҙең төнө буйы үҫмерҙәрҙе эҙләүе бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй.

31 мартта Өфөнөң 6-сы пристане районындағы урман ситендә юғалған үҫмерҙәрҙең рюкзактары табылған. Водолаздар Ағиҙел төбөн тикшерә, ләкин Дамир менән Павелдың эҙҙәре табылмай.

Павелдың билдәләре: буйы 150 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Күк төҫтә куртка һәм итек, йәшел салбар һәм шапка кейгән.

Дамирҙың билдәләре: буйы 145 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Ҡара куртка, күк төҫтәге спорт салбарҙа һәм итектә булған.

Әгәр ҙә һеҙ малайҙарҙың ҡайҙалығы тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: