+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
1 Апрель , 09:35

Оло фажиғә

Кисә төндә Белорет районының Железнодорожный ауылында көслө янғын һөҙөмтәһендә тотош ғаилә утта һәләк булған.

Оло фажиғә
Оло фажиғә

Кисә төндә Белорет районының Железнодорожный ауылында көслө янғын һөҙөмтәһендә тотош ғаилә утта һәләк булған.

Янғын һүндереүселәр килгәндә ут бөтә йортто, мунсаны, ишек алдындағы автомобилдәрҙе ялмап алған була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ваҡиға урынында 56 йәшлек ирҙең, 32 йәшлек ҡатындың, 3 йәшлек ҡыҙҙың һәм бер йәшлек малайҙың кәүҙәләре табылған.

Башҡортостан буйынса Рәсәй Тәфтиш бүлеге Енәйәт Кодексының 109 ст. 3 б. буйынса (һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике һәм унан да күберәк кешене үлемгә дусар итеү) енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Автор:
Читайте нас: