+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
29 Март 2024, 04:30

“Йыл уҡытыусыһы-2024” конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Кисә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.

“Йыл уҡытыусыһы-2024” конкурсы еңеүселәре билдәле булды“Йыл уҡытыусыһы-2024” конкурсы еңеүселәре билдәле булды
“Йыл уҡытыусыһы-2024” конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Кисә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.

Төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында быйыл 55 уҡытыусы ҡатнашты. Бәйгенең бөтә этаптарын уңышлы үтеп, Благовещен ҡалаһының Михаил Киняшов исемендәге 6-cы мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Фридрих ҡыҙы Дәүләтбаева, Нефтекама ҡалаһының 7-се мәктәбенән Эльза Сәғит ҡыҙы Ғилманова, "СМАРТ" 2-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһынан Миләүшә Рамаҙан ҡыҙы Ғирфанова,  Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы урта мәктәбенән Азалия Варис ҡыҙы Ибраһимова һәм Финанс университетының Өфө филиалы колледжынан Зарина Урал ҡыҙы Нәзирова финалға сыҡты. Гран-приға Баймаҡтан Азалия Варис ҡыҙы лайыҡ булды.

Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатынан Эльвира Миңләхмәт ҡыҙы Арыҫланова - "Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы",   Туймазы районының Райман ауылы мәктәбенән Римма Айрат ҡыҙы Арыҫланова - "Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", Сибай ҡалаһының 9-сы лицейынан Александра Сергеевна Половнёва "Йәш уҡытыусы" республика конкурсының еңеүсеһе булып танылды. Конкурсының Гран-приһына Өфө ҡалаһындағы Н.И. Кузнецов исемендәге 105-се гимназияның тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Сергей Александрович Наумов лайыҡ булды.

"Дистанцияла белем биргән йыл уҡытыусыһы" бәйгеһендә Нефтекама ҡалаһынан Лилиә Аҡманова еңеү яуланы. Логопедия һәм дефектология буйынса Рәсәй конкурсының төбәк этабында Бөрө ҡалаһынан Ирина Горбунова - "Иң яҡшы логопед", Нефтекама ҡалаһынан Ильмира Ялалова "Иң яҡшы дефектолог" булып танылды.

"Кәрәҙҙәр" педагогтар марафонында Өфө ҡалаһы командаһы еңеү яуланы. Марафондың финалына биш команда сыҡты - улар Ишембай, Бәләбәй, Белорет, Ҡариҙел райондары һәм Өфө ҡалаһы командаһы уҡытыусылары.

Еңеүселәргә аҡсалата сертификаттар, Маҡтау грамоталары, бағыусылар әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:
Читайте нас