Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы. Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн көндөҙ республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -2, +3 градус.
Шәмбе, 30 мартта, яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә тотороҡһоҙ талғын, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13 градус, көндөҙ 0, +5 градус.
Йәкшәмбе, 31 мартта, бер аҙ ҡарлы ямғыр, төндә айырым райондарҙа боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә-0, -5, көндөҙ +2, +7 градус.