+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Һөт кухняһы» «Хәләл» сертификатына эйә булды

Башҡортостандың «Һөт кухняһы» яңы өлгөлө «Рәсәй сифат системаһы-Хәләл» сертификатын алды, Рәсәйҙә балалар өсөн һөт ризыҡтары етештереүселәр араһында беҙ алдынғы, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бындай сертификат алыу предприятие тәрән комплекслы аудит үткән тигәнде аңлата. Уны илдәге халыҡ-ара өлгө буйынса аккредитацияланған берҙән-бер ойошма белгестәре үткәргән. «Һөт кухняһы» хеҙмәткәрҙәре халыҡ-ара стандарт буйынса эш принциптарына өйрәнгән.

«Был сертификат «Һөт кухняһы» продукцияһының юғары сифатлы булыуын, предприятиеға ышанырға мөмкин икәнен раҫлай. Эремсек, йогурт, һөт составында тыйылған буяуҙар һәм өҫтәмәләр юҡ», - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Әлеге көндә республикала «Һөт кухняһы»ның ете цехы эшләй, улар тотош Башҡортостанды балалар өсөн һөт продукцияһы менән тәьмин итә.

Фото:Радий Хәбировтың телеграм-каналы.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: