Күгәрсен районы Әлимғол ауылына тәбиғи газ килеп етте.
Газ торбалары ауылда 2014 йылда уҡ республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә һалына башлай, ә ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлөшө 2023 йылда тамамлана. Ошо көндәрҙә тантаналы шарттарҙа тәүге йортҡа газ инде.
“Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһын газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү программаһы буйынса Һатлыҡ-Мораҙым-Багдашкин ҡасаба-ара газ үткәргесен, Санъяп-Ҡасҡын юғары баҫымлы газ үткәргесен төҙөү буйынса эштәр алып барыла. Багдашкин һәм Ҡасҡын ауылдарында түбән баҫымлы газ үткәргестәр төҙөлгән. Был яҡын киләсәктә райондың тағы өс ауылына зәңгәр яғыулыҡ менән файҙаланыу мөмкинлеге биреләсәк тигән һүҙ.
Ошо ҡыуаныслы көндә әлимғолдар исеменән һәм шәхсән үҙемдән Әлимғол ауылында газ селтәрҙәре төҙөүҙә ярҙам иткәне һәм булышлыҡ иткәндәре өсөн Президентыбыҙға, Башҡортостан Республикаһы Башлығына, Хөкүмәткә, “Газпром газ бүлеү Өфө” етәкселегенә, "Оникс" подряд ойошмаһы етәкселегенә рәхмәт белдерәм”, – тип яҙа Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.