Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисәге көнгә ҡарата Ишембай, Туймазы, Стәрлебаш, Ейәнсура, Хәйбулла райондарында, Сибай, Туймазы, Дәүләкән һәм Өфө ҡалаларында һыу баҫыу осраҡтары теркәлгән.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең телеграм-каналында: «Бөгөн төндә яуым-төшөмдөң күп булыуы райондың ҡайһы бер ауылдарында юлдарҙы, йорт яны ихаталарын һәм подвалдарҙы һыу баҫыуға килтерҙе. Халыҡтан мөрәжәғәттәр күп, ярҙам итәбеҙ. Әлеге ваҡытта урындарҙа ташҡын эҙемтәләре бөтөрөлә. Район халҡын бөтә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә, күмәк көс менән ҡулдан килгәнсә ташҡынға ҡаршы торорға саҡырабыҙ», — тип яҙа.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан территориаль ярҙамсы системаһы көстәре һәм саралары халыҡтан килгән һәр хәбәр буйынса тикшереү үткәрә һәм тейешле саралар күрә.
Йылғалар кимәлен Күҙәтеү буйынса мәғлүмәт төбәк программа-аппарат комплексының 57 автоматик гидропосты һәм Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы контролдә тота.