21 мартта тантаналы рәүештә Өфөнән М-5 «Урал» федераль трассаһына Көнсығыш сығыу юлы асылғайны.
Нуғай, Шамонин һәм ул йүнәлештә ятҡан башҡа ауыл-ҡасабалар халҡы юлдың уңайлығын һынап ҡараны ла инде. Уларҙың фекеренсә, юл ваҡыты уртаса 40 минутҡа ҡыҫҡара.
1 апрелдән Көнсығыш сығыу юлынан йөрөү түләүле буласаҡ. Көндөҙ 06:00-00:30 сәғәттәрҙә еңел автомобилдәр өсөн – 100, төндә 20 һум, йөк машиналарына – 250, төндә 50 һум буласаҡ.
Көнсығыш сығыу юлынан йәмәғәт транспорты, мәктәп автобустары, электромобилдәр, “Ашығыс ярҙам” машиналары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, полиция һәм башҡа махсус техника бушлай йөрөй ала.