+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
28 Март 2024, 07:11

Мохтаждар өсөн «Аҙыҡ-түлек» проекты старт алды

Башҡортостанда мохтаждар өсөн «Аҙыҡ-түлек» проекты башланды, тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең телеграм-каналында.

Мохтаждар өсөн «Аҙыҡ-түлек» проекты старт алдыМохтаждар өсөн «Аҙыҡ-түлек» проекты старт алды
Мохтаждар өсөн «Аҙыҡ-түлек» проекты старт алды

Башҡортостанда мохтаждар өсөн «Аҙыҡ-түлек» проекты башланды, тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең телеграм-каналында.

«Ниһайәт, беҙ төбәктәге аҙыҡ-түлек банкы менән эште башлап ебәрҙек», — тип яҙа министр телеграм-каналында. Ул шулай уҡ уҙған йылдың декабрендә Башҡортостан хөкүмәте менән «Русь» федераль аҙыҡ-түлек банкы араһында меморандумға ҡул ҡуйылыуын иҫкә төшөрҙө.

Тап шул ваҡытта оператор һайлау, документтар әҙерләү, яраҡлы бина эҙләү йәһәтенән эш башлана.

«Бына, ниһайәт, барыһы ла артта ҡалды, — тип өҫтәне министр. — Кураторыбыҙ Каринэ Владимировна Хәбироваға ярҙамы өсөн рәхмәт».

Мохтаждар өсөн аҙыҡ-түлек йыйыу урыны — Николай ҡорамы.

«Митрополит Никонға фатихаһы һәм ихлас ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәм, — тине Ленара Иванова. — Урыны бик уңышлы, яҡында ғына йәмәғәт транспорты йөрөп тора (был ирекмәндәр өсөн мөһим), аҙыҡ-түлек тейәгән фураларға инеү өсөн уңайлы юлдар».

Майҙаны яҡынса 200 метр тәшкил иткән бүлмәлә ремонт эшләргә кәрәк.

«Бина ҡасандыр янғындан зыян күргән. Әгәр ошо изге эшкә хәйриәсе табылһа, шәп булыр ине», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостандың хеҙмәт министры.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-28/v-bashkirii-startoval-proekt-dlya-nuzhdayuschihsya-zhiteley-azyk-tulek-3704329

Автор:
Читайте нас