Саҡмағош районында «Сәрмәсән» ҡошсолоҡ фабрикаһының яңы етештереү линияһы эшләй башланы.
Бөлгөнлөккә төшкән ҡошсолоҡ фабрикаһы 2017 йылда ябылғайны. 1976 йылда ойошторолған предприятие йылына 7 миллион йомортҡа етештереп торҙо.
2023 йылда инвестор бөлгөнлөккә төшкән предприятиены тергеҙеүгә өлгәште. Предприятие директоры Булат Рафиҡов билдәләүенсә, хәләл ҡош ите етештереү күләме йылына 480 тоннаға тиклем артасаҡ, 70 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Республика иҡтисадына һәм аҙыҡ-түлек баҙарына ыңғай йоғонто яһаған ваҡиға Өфөлә үткән «Агрокомплекс-2024» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе барышында 26 мартта булды.
Олег Яровиков фотоһы.