+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
27 Март 2024, 03:50

Аварияла хәрби комиссар һәләк булған

Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө – Инйәр – Белорет трассаһының 15-се саҡрымында, ике машина төкөшкән.

Аварияла хәрби комиссар һәләк булғанАварияла хәрби комиссар һәләк булған
Аварияла хәрби комиссар һәләк булған

Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө – Инйәр – Белорет трассаһының 15-се саҡрымында, ике машина төкөшкән.

Шәп килгән Renault Clio һәм Toyota Isis ҡапма-ҡаршы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Шаһиттар билдәләүенсә, вафат булғандарҙың береһе – Ҡырмыҫҡалы һәм Архангель райондары хәрби комиссары Ринат Ғималов.

Ул 2003 йылда Көньяҡ Осетияла мөһим дәүләт объектын баҫып алыуға юл ҡуймаған. Ул шулай уҡ Цхинвалда сауҙа үҙәгендә шартлатҡыс ҡоролманы зарарһыҙландырған.

Автор:
Читайте нас