+30 °С
Болотло
1 апрелдән 31 октябргә тиклем Башҡортостан пенсионерҙары ҡала яны тимер юл транспортында 50 процент ташлама менән йөрөй ала. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итә.
Ташлама менән файҙаланыу өсөн билет һатып алған ваҡытта паспорт һәм льготалы статусты раҫлаған документты (пенсия таныҡлығы, хеҙмәт ветераны таныҡлығы, хәрби хеҙмәт ветераны таныҡлығы һәм башҡалар) күрһәтергә кәрәк.
Сығанаҡ: "Башинформ".