+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Март 2024, 04:00

Биш кеше зыян күргән

Әбйәлил районы Ҡушый ауылында кисә кис күп балалы ғаиләнең йорто янып киткән.

Биш кеше зыян күргәнБиш кеше зыян күргән
Биш кеше зыян күргән

Әбйәлил районы Ҡушый ауылында кисә кис күп балалы ғаиләнең йорто янып киткән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре, ут йорт ҡаралтыһына йылытыу ҡаҙанлығының газ сығарыуы һөҙөмтәһендә ҡабынған, тип фаразлай.

Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә өйҙө ялҡын тулыһынса ялмап алған була. 21.20 сәғәттә ул тулыһынса һүндерелә.

Уттан биш кеше зыян күргән. Ике ҡатын һәм өс ҡыҙ бала (2015, 2017 һәм 2019 йылғы) дауаханаға оҙатылған. Улар әлегә реанимация бүлегендә ята.

Район прокуратураһы тейешле тикшереүҙәр үткәрә.

Автор:
Читайте нас