+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Март 2024, 03:40

Балаларҙың йәйге ялына әҙерлек

Яҙ үҙ көсөнә инде. Оҙаҡламай йәй ҙә килеп етер. Республика Хөкүмәтенең кисә үткән сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмәһенең көн тәртибенә балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләһе лә сығарылды.

Балаларҙың йәйге ялына әҙерлекБалаларҙың йәйге ялына әҙерлек
Балаларҙың йәйге ялына әҙерлек

Яҙ үҙ көсөнә инде. Оҙаҡламай йәй ҙә килеп етер. Республика Хөкүмәтенең кисә үткән сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмәһенең көн тәртибенә балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләһе лә сығарылды.

Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, алдағы йәйҙә балалар лагерҙарында 500 мең самаһы уҡыусы ял итәсәк. Йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда 911 көндөҙгө лагерь, 99 ҡала ситендәге стационар лагерь, 10 палаткалы лагерь, 675 балалар хеҙмәт һәм ял лагеры, 75 профилле (тематик) лагерь – йәмғеһе 1 770 балалар ялы ойошмаһы эшләйәсәк. Уларҙы финанслауға 2,96 миллиард һум финанс сығымдар ҡаралған.

Автор:
Читайте нас