“Ҙур күләмле проза” номинацияһында 1 урынға һәм 200 меңлек сертификатҡа “Мәскәү ҡыҙы” романы өсөн Мәүлиҙә Әхмәтйәнова лайыҡ булды. 2 урын һәм 150 меңлек сертификат “Сал сәсле малай” повесы өсөн Гүзәл Ситдиҡоваға бирелһә, 3 урын һәм 100 меңлек аҡсалата бүләк "Патриот бабай” әҫәре авторы Айбулат Сәсәнбаевҡа тапшырылды.
“Бәләкәй күләмле проза”ла 1 урын һәм 150 меңлек сертификат “Аманат” хикәйәһе өсөн Миләүшә Ҡаһармановаға бирелде, 2 урынға һәм 150 меңлек сертификатҡа “Еңеү ҡанаттары" әҫәре авторы Фәрзәнә Аҡбулатова лайыҡ булды. 3 урынды һәм 50 меңлек сертификатты “Геройҙар ваҡыты”хикәйәһе өсөн Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева яуланы.
“Балалар өсөн иң яҡшы әҫәр” номинацияһында 1 урынға һәм 150 меңлек сертификатҡа “Еңеүҙе яҡынайтабыҙ” шиғырҙар циклы өсөн Рәмзәнә Абуталипова лайыҡ булды.