+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Март 2024, 06:34

Ҡарҙы йыуа яҙғы ямғыр

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы.

Ҡарҙы йыуа яҙғы ямғырҠарҙы йыуа яҙғы ямғыр
Ҡарҙы йыуа яҙғы ямғыр

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +5, +10 градус.

Шаршамбы, 27 мартта, Башҡортостанда ямғыр, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4 градус. Көндөҙ +2, +7 градус.

Кесаҙна төндә, 28 мартта, ямғыр, епшек ҡар фаразлана. Көндөҙ бер аҙ епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа тайғаҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2, +3 градус.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас