+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
25 Марта 2024, 08:02

Уҡыусыларыбыҙ финанс грамоталылыҡ буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһында ҡатнаша ала

Олимпиаданың маҡсаты – уҡыусыларҙы финанс грамоталылыҡ нигеҙҙәре менән таныштырыу, эшҡыуарлыҡ темаһына ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Уҡыусыларыбыҙ финанс грамоталылыҡ буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһында ҡатнаша алаУҡыусыларыбыҙ финанс грамоталылыҡ буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһында ҡатнаша ала
Уҡыусыларыбыҙ финанс грамоталылыҡ буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһында ҡатнаша ала

Башҡортостандың Финанс министрлығы ағымдағы йылдың 31 мартына тиклем "Учи.ру” онлайн майҙансығында Рәсәй Финанс министрлығы, Рәсәй Банкы, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы, «Милли өҫтөнлөктәр» автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы менән берлектә коммерция булмаған мәғрифәтселек башланғысын – 1-9 класс уҡыусылары өсөн финанс грамоталылыҡ һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһын ғәмәлгә ашыра.  

– Олимпиада онлайн-форматта киләсәк быуындың финанс грамоталылығын үҫтереү һәм финанс мәҙәниәтен формалаштырыу стратегияһын тормошҡа ашырыу маҡсатында 2030 йылға тиклем уҙғарыла. Ҡатнашыу өсөн заманса браузерлы компьютер йәки планшет һәм «Интернет» та етә, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.

Олимпиаданың маҡсаты – уҡыусыларҙы финанс грамоталылыҡ нигеҙҙәре менән таныштырыу, эшҡыуарлыҡ темаһына ҡыҙыҡһыныу уятыу. Тормошҡа яҡын хәлдәргә таянып әҙерләнгән мәсьәләләрҙе сисеү мәктәп уҡыусыларында шәхси финанстар менән идара итеү буйынса белемен арттыра, бюджет планлаштырыу менән таныштыра, тәнҡит күҙлегенән фекерләүҙе үҫтерә. Мәсьәләләрҙе  эшләү өсөн мәктәп программаһын тәрән белеү талап ителмәй, был бөтә ҡатнашыусыларға ла еңеүгә тигеҙ мөмкинлек бирә. Олимпиадала ҡатнашҡан уҡыусылар дипломдар, грамоталар йәки сертификаттар менән бүләкләнәсәк, уҡытыусылар һәм белем биреү ойошмалары рәхмәт хаттары аласаҡ. Еңеүселәр хаҡында мәғлүмәт ярыш тамамланғандан һуң икенсе көндө шәхси кабинеттарҙа күренәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте info@uchi.ru электрон почтаһынан, 8 (800) 500-30-72 телефонынан Uchi.ru сайтынан алырға мөмкин.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/23374/

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас